Мустай карим кукрэгемдэн коштар осорам стих

Обновлено: 25.12.2024

Маҡсаты. Башҡортоҫтандың халык шағиры Мостай Кәримдең ижады, тормыш юлы менән таныштырыу; Мостай Кәримдең ижады аша башҡ теленә һөйөу, ҡыҙыҡһыныу, тәрбиәләү; балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Мостай Кәримдең портреты, компьютер, презентация материалдары, йырҙар, уҡыусылар төшөргән һүрәттәр, плакаттар,китаптар күргәҙмәһе, баян.

Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, балалар!

Балалар. Һаумыһығыҙ, уҡытыусы!

-Хәйерле иртә! Бер-беребеҙгә ҡул биреп күрешәйек. Бөгөн :һеҙ бигерәк тә яғымлы күренәһегеҙ. Афарин, дуҫтарым! Әйҙәгеҙ, бөтөн донъяны сәләмләйек.

-Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым! Хәйерле иртә, ҡоштар! Хәйерле иртә, тәбиғәт!

-Әгәр һеҙ һәр көндө ошолай бөтә донъяны сәләмләп ҡаршылаһағыҙ, яратһағыҙ, иҙге уйлы, һәйбәт кешеләр булып үсерһегеҙ.

Йыр: “Йылғалар төнөн һөйләшә”, М.Кәрим һүҙҙәре, Н.Мөстәҡимов музыкаһы.

Уҡытыусы. Мостай Кәримдең иҗад кисәһен “Ҡоштар осорам” шиғыры менән башларға теләйем.

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-ҙығы тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә бөгөн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!

Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:

Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға,

Күтәрелде күккә ҡарағош.

Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен

Ел-дауылдар үтер торнаны.

Сирлеләрем, кәкүк осорам һеҙгә –

Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.

Сығып осто ярһыу бер һандуғас,

Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә

Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,

Яңы өмөт өҫтәп өмөткө.

Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!

Һәммәгеҙгә тейер ҡошом бар.

Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ-

Әйҙә улар кошһоҙ торһондар.

1-се уҡыусы. Мостай Кәрим ( Мостафа Сафа улы Кәримов) 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортоҫтандың Ҡара Яҡуп олоҫо, хәҙерге Шишмә районы Келәш ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ул ишле ғаиләлә, Оло инәй тәрбиәһендә, эш һөйүсән һәм инсафлы бала булып үҫә. Тыуған ауылында тулы булмаған мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфө педагогия рабфагында уҡый. 1937 – 1941 йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый.

Уҡытыусы. Мостай Кәримдең 1930 йылдың икемнсе яртыһынан Бөйөк Ватан һуғышына тиклемге поэзияһын уның башланғыс ижад осоро тип һанарға мөмкин. Йәш шағир эҙләнеү, үҙ ҡәләм көсөн һынап ҡарау юлында әле.

2-се уҡыусы шағирҙың “Ҡыш килгәс” (1938) шиғырын уҡып ишеттерә.

Алыҫта урман, урманда томан

Ерҙе ҡаплаған аҡ мамыҡ юрған.

Тышта ел өрә, ҡарҙы һеперә,

Мин өйҙә торам һалҡынға күрә.

Тышта ата ҡаҙ. Ул, меҫкен, бойок.

-Әсәй, ниңә уның бер аяғы юк?

Уҡытыусы. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мостай Кәрим армия сафыны алына һәм һуғыштың еңеү менән тамамланыуына тиклем фронтта була. Яулы – даулы осорҙа Кәрим поэзияһының яңы сифаттары асыла, һәләте, поэтик тауышы көрәйә һәм көсәйә, үҙе иһә гражданин һәм шағир булараҡ сыныға.

3-се уҡыусы шағирҙың “ Мин фронҡа китәм, иптәштәр!” шиғырын уҡый.

Йыр:” Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” , М.Кәрим һүҙҙәре, С. Садыҡова һүҙҙәре.

Уҡытыусы. Шағир ижадында яу йылдары поэмалары үҙе бер урын биләй (“Үлмәҫбай” поэмаһынан өҙөк килтерелә, инсцинировка күрһәтелә).

4-се уҡыусы шағирҙың “Беҙҙең колхоҙ ҡыҙҙары”(1948) шиғырын уҡып ишеттерә.

Күргәнегеҙ бармы, дуҫтар,

Йәмле Дим буйын?

Ап –аҡ күбеккә төрөнә

. Күктәрендә, атылып, атылып

Йөндоҙҙ нимә? Бына беҙҙә,

Уҡытыусы. Быуат уртаһында Мостай Кәрим ижадында борсолоу, күңел тынысһыҙлығы өҫтәлә. Ижадына байҡау яһай, оло ижади уңыштарға өлгәшеүенә ҡарамаҫтан, бары менән дә ҡәнәғәт булмауын белдерә. Ошондай уйланыуҙар һәм ижади эҙләнеүҙәр шағирҙың поэзияһында ла сағылыш алмай ҡалмай.

5-се уҡыусы шағирҙың “Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа” (1951) шиғырын уҡып ишеттерә.

Аяҙҙа ла, йонсоу көндә лә

Ғүмер юлы тигән араны

Мин күҙҙәргә ҡарап барамын,

Кешеләрҙең шат, өмөлө, моңһоу

Күҙҙәренә ҡарап барамын,-

Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,

Йырҙарымда алдашмаҫ өсөн.

Уҡытыусы. Шулай уҡ илленсе йылдарҙа Мостай Кәрим киң планда уйланылған халыҡтар дуҫлығы идеяһына, тыуған ил, тыуған яҡ образдарына мөрәжәғәт итә.

6-се уҡыусы шағирҙың “Европа – Азия” циклынан “Тупрағым, һауам, һыуҙарым”(1955) шиғырынан өҙөк уҡып ишеттерә.

Тупраҡтар сөм – ҡара бында,

Тупраҡ һутланып тора,

Бураҙнаға ҡояш төшһә,

Ялтырап, янып тора.

Кисен уға орлоҡ сәсһәң,

Таң менән шытып сыға.

“Ер хаҡында шуға әйтәләр:

Тот та икмәккә һыла”.

Уҡытыусы. Шул уҡ ваҡытта, аҡыл һәм йөрәк тәжрибәһе артҡан һайын, шағирҙын хистәре һағыраҡ, һүҙҙәре һараныраҡ һәм мәғәнәләре тәрәнерәк була бара.

7-се уҡыусы шағирҙың “Вәғәҙәләр бирмә” (1963) шиғырынан өҙөк уҡып ишеттерә.

. Вәғәҙәләр бирмә.Үттек инде

Еңел – елпе йәшәр осоҙа.

Ирәймәйек, дуҫым, “Һап!” тиәйек,

Һикереп сыҡҡаҫ ҡына соҡорҙо.

Хәҙер инде беҙҙең буш хыялдар

Ярһып салмай ҡағыҙ юртаҡта,

Табандарҙа тупраҡ тойһаҡ ҡына,

Ҡеүәтебеҙ арта шул саҡта.

Уҡытыусы . Ир уртаһына ингән шаағир шиғырҙары аша донъяның айышына, йәшәү мәғәнәһенә төптәнерәк ҡарарға тырыша, теленә килгән һәр бер һүҙҙе, башында йөрөгән һәр уйҙы сәсеп барырға тырышмай.

Ғүмерем минең сәйер уйын булды,

Серле бер йәрәбә – тотоштан

Алмаш – тилмәш килде таҡ менән йоп,

Отолоуҙар менән отоштар.

Юғалтыуҙар аңдып торҙо һәр саҡ

Урау юлдарҙағы табышты.

Мөхәббәт тә яңғыҙ йөрөмәне,

Гел эйәртеп алды һағышты.

Уҡытыусы. Мостай Кәрим олоғая бар һайын һаман олпатлана кеүек – уйсан һәм тос, тыштан – тыныс, эстән – ярһыу .

9-се уҡыусы шағирҙың “Тәнемә – ял, рухҡа тынлыҡ кәрәк. ” (1994) тигән шиғырынан өҙөк уҡый.

Тәнемә – ял, рухҡа тынлыҡ кәрәк.

Яныу бөттө. Тыйҙым мәжлестәрҙе.

Бөгөн иртән ҡыуып олаҡтырҙым

Эсемдәге барлыҡ иблистәрҙе.

Уҡытыусы. Мостай Кәрим 2005 йылдың 20 сентябрендә донъя ҡуя. Был көндө Башҡортостан ғына түгел, бөтә донъя ауыр юғалтыу кисерҙе. Мостай Кәрим ижадына арналған кисәне бөйөк шағирыбыҙ һүҙҙәре менән тамамлайбыҙ.

10-се уҡыусы.

. Эйе, уңдым. Күп нәмәнән уңдым.

Минән уңды микән бүтәндәр.

11-се уҡыусы Мостай Кәримгә бағышланған И. Кинйәбулатовтың шиғырын уҡый.

Мең ҡат уңдыҡ һинән. Әйтә быны

Һәр замандаш ауыҙ тьултырып.

Үҙе бер ғүмерҙәй һинең менән

Бер һөйләшеү бергә ултырып.

Күрҙе донъя йырҙар йыһанында

Ниндәй бейек башҡорт осҡанын;

Шундай улы тыуып,уңды халҡым,

Уңды һинән Башҡортостаным.

Уҡытыусы. Мостай Кәрим шиғриәтебеҙҙең тормошсанлығын, фәлсәфә нигеҙен бик ныҡ тәрәнәйтте, уны өр-яңы нәфис биҙәктәргә, үтемле обраҙдарға байыҡтырҙы, формаларын төрлөләндерҙе.

Мостай Кәрим шиғырҙарының яҙмышы бәхетле. Уның әҫәрҙәре кешеләргә байрамда ла, ҡәҙимге көндәрҙә лә килә. Мостай шиғырҙары әсә менән бергә сабый сәңгелдегенә эйелә, һалдат менән ил сиктәрен еңеләйтә, беҙҙең бөтәбеҙҙе лә Тыуған илде яратып йәшәргә өйрәтә.

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-ҙығы тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә бөгөн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

Йыр: “ Юлдарым һиңә бара”. М. Кәрим һүҙҙәре, Т. Шәрипов музыкаһы.

Уҡытыусы. Башҡортостандың иң бөйөк яҙыусыһы, шағиры, драматургы Мостафа Сафа улы Кәримовтың поэзияһына арналған кисәбеҙ тамам. Һау булығыҙ!

-75%

Читайте также: