Даут юлтый стихи на башкирском языке

Обновлено: 25.12.2024

Ҡырҙа эштәр бөттө инде,
Көнгә һалҡын төштө инде,
Көтөү-көтөү ҡыр ҡаҙҙары
Йылы яҡҡа осто инде.

Йәмле айҙар үтте инде,
Көҙ ҙә килеп етте инде,
Яңы мәктәптәргә инеп
Уҡыр ваҡыт етте инде.

Йәшлек ҡәҙерен белегеҙ,
Мәктәптәргә килегеҙ,
Яңы асылған мәктәпкә
Ҡотлап сәләм бирегеҙ!

Читайте также: